Слушать AY YOLA - Ural Vasyaty.mp3

- Слушали: 13
- Размер: ~ 7 MB
- Длительность: ~ 02:45
- Качество: 320 kbps
- Добавлено: 17 июль 2025
Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят
Урал батыр ҡалдырған
Йолаларҙың асылы
Килә торор халыҡҡа
Яуызлыҡ гел яу булып
Һәәәәй
Ябырылыр дау булып
Ирмен, тигән ир-батыр
Шып-шым ҡарап торормо?!
Яуызлыҡҡа баш эйеп
Ҡолдай ярап торормо?!
Яҡшылыҡҡа - яҡшылыҡ
Ҡыла торған йола бар!
Яуызлыҡҡа - ҡаршы яу
Сыға торған йола бар!
Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят
Урал батыр ҡалдырған
Йолаларҙың асылы
Килә торор халыҡҡа
Яуызлыҡ гел яу булып
Һәәәәй
Ябырылыр дау булып
Ерем-халҡыма бөрктөм
Йәншишмәнең бар һыуын
Ҡанда - мәңгелек тамсыһы
Белһен шуны hәр быуын!
Бик борондан hәp батыр
Иле өсөн яратыр
Ныҡ тотор ул йоланы
Халҡы өсөн йән атыр
Йәншишмәнең һыу юлын
Һеҙгә әйтеп ҡалдырам
Уның юлы - яратыу
Уның юлы - тоғролоҡ
Яратыу үҙ халҡыңды
Яратыу үҙ телеңде
Тоғролоҡ үҙ илеңә
Тоғролоҡ үҙ динеңә
Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят
Урал батыр ҡалдырған
Йолаларҙың асылы
Килә торор халыҡҡа
Яуызлыҡ гел яу булып
Һәәәәй
Ябырылыр дау булып
Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят
Урал батыр ҡалдырған
Йолаларҙың асылы
Борон-борон-борондан
Башлана шул васыят
Урал батыр ҡалдырған
Йолаларҙың асылы